- Беҙҙең урамда бәләкәй балалары булған ғаиләләр байтаҡ ҡына. Ҡайһы берҙәрендә бишәр һәм унан күберәк бала буй еткерә. Ә инде өләсәй-олатайҙарына йәйге каникулға килгән ҡыҙ-малайҙарҙы ла ҡушһаң, ул саҡта урамыбыҙҙа утыҙҙан ашыу бала булып китә. Балалар майҙансығын асыу тантанаһына бик күп халыҡ йыйылды. Төҫлө шарҙар менән биҙәлгән сағыу, матур майҙансыҡ һәр кемде үҙенә тартып, саҡырып торҙо. Кескәйҙәр өсөн ҙур бүләк эшләгән атай-әсәйҙәр менән һоҡланырға ғына ҡала. Үҙ-ара кәңәшләшеп, Ҡайынлы урамында балалар майҙансығын төҙөргә ҡарар иткән атайҙар эшкә дәррәү тотондолар: тиҙ арала урын һайлап, объектты төҙөй ҙә башланылар. Данил Исламов төҙөлөш материалдары менән тәьмин итһә, Ғаян Аҙнабаев, Рәмил Хамматов, Ришат Сәфиуллин, Вадим Исламов иретеп-йәбештереү эштәрен атҡарҙы. Һуңынан иһә бергәләп идеяларҙы тормошҡа ашырҙылар. Майҙансыҡ төҙөлөп бөтөү менән шул ике арала ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәрен дә теүәлләп ҡуйҙы. Буяуҙар менән тәьмин иткән Рита Хамматоваға, Рәмилә Ғариповаға, Мәүлидә Йәньюлдашеваға, Гүзәл Исламоваға, Люциә Әмирсанееваға сикһеҙ рәхмәт! - ти Сермән ауылынан Элина ЯЛМЫРҘИНА.