Социаль өлкә
6 Августа 2023, 15:29

Уңыш нигеҙе - ныҡлы ғаилә

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти, халыҡ мәҡәле. Апаруҡ тормош тәжрибәһе туплап, бер ҡыҙ, ике улға атай-әсәй булып, Инйәр ауылында гөрләтеп донъя көткән өлгөлө, матурғаилә - Азалия һәм Юлдаш  Миһрановтарға һоҡланмаған кеше юҡ. Береһе - Тәнзилә һәм Хәлил Харисовтарҙың, икенсеһе Гөлнур һәм Лотфулла Миһрановтарҙың тырыш, татыу ғаиләләрендә буй еткереп, яҡшы тәрбиә, белем алып, оҙон тормош юлына сыҡҡандар.

Уңыш нигеҙе - ныҡлы ғаиләУңыш нигеҙе - ныҡлы ғаилә
Уңыш нигеҙе - ныҡлы ғаилә

Юлдаш Лотфулла улы бала саҡтан үҙенең отҡорлоғо, ҡыйыулығы, тырышлығы, эшһөйәрлеге менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Һәр эштә атаһының уң ҡулы булған үҫмер мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән әсәһенең дә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Теүәл фәндәрҙе яратҡан, физика, математика, химиянан олимпиадаларҙа еңеү яулаған егет мәктәпте уңышлы тамамлап, Һамар тимер юл университетына уңышлы имтихан тота.

Ҡулына диплом алған йәш белгес Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын ябай электромонтерҙан башлап, баш инженер вазифаһына тиклем күтәрелә. Университеттан теоретик яҡтан яҡшы әҙерлек менән килгән отҡор егет тиҙ арала эшкә өйрәнә. Үҙ эшен белеп, яратып башҡарған тәжрибәле хеҙмәттәштәре иһә йәш белгескә һәр йәһәттән ярҙам итә. “Юлымда һәр саҡ яҡшы кешеләр, белгестәр осраны, улар мине был һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндөрҙө. Шулай ҙа, өйҙә лә, эштә лә төп терәгем - атайым”, - ти Юлдаш сикһеҙ рәхмәттәрен, ғорурлығын белдереп.

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти, боронғолар. Был ҡарһүҙ ҙә Миһрановтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән кеүек. Лотфулла Шәрифулла улының да Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһында эшләүенә 40 йылдан ашып киткән. Фиҙаҡәр вә намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ул. “Атайым йәштәргә энергетиктарҙың эше ни тиклем хәүефле булыуын, һәр саҡ уяу һәм бер-береңә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклекте, был һөнәрҙең хаталарҙы, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәүен иҫкәртеп кенә тора", - ти Юлдаш атаһының тәжрибәһе, йәш быуын белгестәргә ҡарата иғтибарлы-ихтирамлы булыуы менән һоҡланып.

Азалия Хәлил ҡыҙы Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһына Өфө тимер юл техникумын тамамлап килә. Ул да хеҙмәтен Инйәр подстанцияһында электромонтер булып башлай. Ситтән тороп Һамар тимер юл университетын тамамлай. Әлеге ваҡытта кадрҙар бүлеге ярҙамсыһы булып эшен дауам итә.

- Һуңғы йылдарҙа дистанция коллективы бермә-бер йәшәрҙе. Һис шикһеҙ, белемле, уҡыған йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы. Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһы барлыҡҡа килеүгә лә 45 йыл. Ошо ваҡыт эсендә коллектив ҙур уңыштарға иреште һәм әле лә ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Әлбиттә, дистанцияла хөрмәтле, иғтибарға лайыҡ эшселәр күп, әммә шул уҡ ваҡытта кадрҙар мәсьәләһе лә борсомай ҡалмай", - ти Азалия Хәлил ҡыҙы.

Коллектив даими рәүештә Һамар тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе ойошторған төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштары менән ҡыуандырып тора. Ә Миһрановтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел: үтә яуаплы, ауыр вазифаларҙа эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, бер ярыш-конкурстан да ҡалмай улар, һәр саҡ призлы урындар, еңеүҙәр менән һөйөндөрәләр. Ең һыҙғанып эшләй ҙә, ял да итә беләләр.

Хәйер, Азалия һәм Юлдаш Миһрановтарҙың татыу ғаиләһе тураһында әллә күпме яҙырға мөмкин. Үҙкөстәре менән әкиәт һарайылай матур, мөһабәт йорт һалып сыҡҡандар.Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ һуң,тип ғәжәпләнеүемә:

- Шөкөр, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған,терәк-таяныс булған атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫ-иштәребеҙбар. Һәммәһенә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙ ҙә уларға ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ,- ти йәштәр бәхетле йылмайып.

Эйе, ҡайҙа ғына, ниндәй генә эштәрэшләһәң дә, ныҡлы тылың булһынтиҙәр. Шуның өсөн дә Миһрановтарғаиләгә ваҡыттарын күберәк бүлергәтырышалар. Бөгөнгө көндә ата-бабалары быуынын лайыҡлы дауамитерҙәй, тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙеһаҡларҙай белемле, иманлы, аҡыллыбалалар үҫтереү - уларҙың төп маҡсаты. Мәрйәм, Морат, Мансур ҙа атайменән әсәйҙән яҡшы үрнәк алып, рухлы, тәүфиҡлы балалар булып үҫепкиләләр.

Бар эштә лә тырыш, тилбер, йүнселғаилә - Азалия һәм Юлдаш Миһрановтарҙың бар изге маҡсаттары, һисшикһеҙ, тормошҡа ашыр. Сөнкиуларҙың нигеҙ ҙә, тыл да ныҡлы.

Сәүиә СОЛТАНОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас