Эш сәфәре велосәйәхәттән башланды, артабан ул беренсел медицина-санитар ярҙамы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәрҙе, Башҡортостан Башлығы менән эшлекле осрашыуҙа ҡатнашты.
Радий Фәрит улы менән осрашыуҙа министр төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.«Башҡортостанда ғүмер оҙайлығының артыуын, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлемдең кәмеүен билдәләп үткем килә. Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү өсөн Өфөнө һайлауыбыҙ юҡҡа түгел, республика күп йүнәлештәр буйынса алдынғы тәжрибәгә эйә», – тине Михаил Мурашко. "Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңышлы эш тәжрибәһен бөтә ил буйынса ҡулланырға кәрәк, – тип тә өҫтәне ул.
Көндөң икенсе яртыһында Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһының поликлиникаһында булды, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Фото: Башинформ.