Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Август 2023, 15:02

Ишле ғаиләләр балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн 30 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара ала

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа күп балалы ғаиләләргә республика техникумдарында һәм колледждарында балаларҙы уҡытыу хаҡының яртыһын компенсациялау тураһындағы законға аңлатма бирҙеләр. Тейешле законды депутаттар республика парламентының һуңғы ултырышында ҡабул итте. Уға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Ишле ғаиләләр балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн 30 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара ала
Ишле ғаиләләр балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн 30 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара ала

Ул яңы уҡыу йылынан – сентябрҙә ғәмәлгә инәсәк. Компенсациялар уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса биреләсәк, йәғни тәүге компенсацияларҙы күп балалы ғаиләләр киләһе йылдың йәйендә аласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

«Компенсациялар өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә генә түгел, ә көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә бирелә, — тип өҫтәнеләр Ҡоролтайҙа. - Никахта торған, шулай уҡ тулы дәүләт тәьминәтендә булған балалар ғына был ҡағиҙәгә ҡаршы килә».

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас