Социаль өлкә
25 Августа 2023, 07:20

Биш һумлыҡ купюралар әйләнешкә инде

Башҡортостанға яңыртылған биш һумлыҡ купюралар килде. Рәсәй банкы уларҙы 2022 йылда яңынан сығара башлаған.

Биш һумлыҡ купюралар әйләнешкә индеБиш һумлыҡ купюралар әйләнешкә инде
Биш һумлыҡ купюралар әйләнешкә инде

Улар 1998 йылғы өлгөләге банкноттарҙан айырылмай, әммә тиҙ туҙмай, оҙаҡҡа әйләнештә буласаҡ. Купюраларҙың тыштары һаҡлағыс лак менән ҡапланған, был уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын 30 процентҡа арттыра. "Биш һумлыҡтар әйләнештән сығарылманы - бер нисә йыл баҫылманы һәм шуға һирәк осранылар. Ике меңенсе йылдар башында улар ҙур һорау менән файҙаланды, ләкин тиҙ туҙа торғайны.

  Һөҙөмтәлә Рәсәй банкы уларҙы оҙаҡҡа һуҙылған аҡсаға алмаштырҙы. Хәҙер иһә тимер биш һум  һуғыуға ҡарағанда купюралар етештереү отошлораҡ», - тип билдәләне Рәсәй банкының Башҡортостан  Республикаһы буйынса Милли банкартары идарасаһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас