Социаль өлкә
11 Сентября 2023, 12:10

Грипп буйынса хәл тыныс

Башҡортостанда грипп буйынса хәл тыныс, прививка яһау кампанияһы әүҙем бара, тип хәбәр итте дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республикала грипп менән сирләүҙең бер генә осрағы теркәлгән.

Грипп буйынса хәл тынысГрипп буйынса хәл тыныс
Грипп буйынса хәл тыныс

Белгестәр ышандырһа ла, Башҡортостан Башлығы грипп буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты.

«Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан ошо, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде иғтибар менән күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайым. Әлегә хәл тыныс, әммә уяулыҡты юғалтмайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 11 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 500 меңгә яҡын кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-11/situatsiya-po-grippu-v-bashkirii-spokoynaya-privivochnaya-kampaniya-idet-aktivno-rospotrebnadzor-3430434

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас