Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Сентябрь 2023, 14:03

Көҙгө саҡырылыш башлана

1 октябрҙән Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында хәрби хеҙмәткә саҡырылыш башлана (Алыҫ Төньяҡта ғына климатҡа бәйле 1 ноябрҙән). 

Көҙгө саҡырылыш башлана
Көҙгө саҡырылыш башлана

Был турала Оборона министрлығы вәкилдәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Цимлянскийҙың брифингында белдерҙе, тип хәбәр итә «Башинформ».

«Егеттәрҙең барыһы ла Рәсәй биләмәһенә хеҙмәт итергә ебәрелә. Улар махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашмай», - тип билдәләнеләр Оборона министрлығында.

Хәрби хеҙмәтен тултырған егеттәр өйҙәренә ҡайтарыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында өҫтәмә мобилизация сараларын уҙғарыу планы юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-29/prizyv-v-vooruzhennye-sily-rossii-nachnetsya-s-1-oktyabrya-minoborony-3459202

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас