

Асы шифаханаһы республиканың башҡа шифаханаларына ҡарағанда иң йәш санатор-курорт учреждениеларының береһе тип һанала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шифахана үҙенең уникаль дауалау ысулы менән илдә билдәлелек яулап ѳлгѳргән.
Асы шифаханаһының дауалау корпусын һәм ундағы башҡа ял итеү биналарын асыу тантанаһын гәзиттә яҡтыртырға, бер нисә тапҡыр унда эшләгән баш табиптарҙан әңгәмә алырға тура килһә лә, быға тиклем Асы шифаханаһында үҙемә ял итергә тура килмәне. Әле шундай форсат килеп сыҡҡас, шифаханаға путевкалар алып юлға сыҡтыҡ.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан, сит өлкәләрҙән һаулығын нығытырға килгән халыҡты иң беренсе нәүбәттә Асы шифаханаһы корпустарының мөһабәтлеге, тәбиғәттең хозурлығы, һауаның сафлығы хайран ҡалдыра.
Шифахананың 1-се дауалау корпусы регистратураһында ял итергә килгәндәрҙе теркәгән мөләйем ҡыҙҙар беҙҙе тиҙ генә 6-сы корпусҡа урынлаштырып та ҡуйҙы. Ялға килгәндәрҙең барыһын да иң тәүҙә ашханаға ебәрәләр, һуңынан тѳркѳмдәргә бүлеп табиптарға беркетәләр. Асы шифаханаһында белемле, юғары квалификациялы табиптар, тырыш медицина хеҙмәткәрҙәре, уңған персонал эшләй. Коллектив бик ҙур, уларҙың татыулығы тәүге көндән үк күҙгә ташлана. Медицина хеҙмәткәрҙәренең күптәре бында оҙаҡ йылдар эшләй. Үҙ эштәрен яҡшы белгән профессионалдар эшләүен шифаханаға күп тапҡырҙар дауаланырға килгәндәрҙең баһалары ла һөйләй.
Табиптар Азамат Әлибаев, Альберт Сәлтәшев, Әлфиә Әлибаева, Альбина Ғәббәсова, Римма Сәлтәшева, баш шәфҡәт туташы Әлиә Мѳхәмәткилдина тураһында рәхмәт һүҙҙәре күп. Әлеге ваҡытта шифахананың директоры урынына уның беренсе урынбаҫары Сергей Васильев эшләй. Мәҡәләмдә ял итеү кѳндәрендә үҙем менән туранан-тура бәйләнештә булған хеҙмәткәрҙәр тураһында яҙып үтергә булдым.
Мине йәш кенә табибә Лиана Йәнгирова ҡабул итте. Лиана Илдус ҡыҙы үҙе Борай районынан. 2019 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлай. Ординатурала ике йыл уҡығандан һуң, ультратауышлы терапия аппараттары буйынса өҫтәмә белем ала. Хеҙмәт юлын Асы шифаханаһында башлай. Табип-терапевт пациенттарҙың һәр береһен мөләйем йылмайып, санатор-курорт картаһын ентекләп ҡарап, процедуралар, тейешле дауа билдәләй.
Асыға һаулыҡтарын нығытырға килгәндәр иң беренсе уның шифалы һыуының төрлө сирҙәрҙе дауалауы тураһында белеп киләләр. Шифалы һыуҙың үҙенсәлектәре күп һанлы, ул хлорид-натрий һәм хлорид-кальцийға бай. Дауалау үҙенсәлектәре буйынса Асы минераль һыуының Рәсәйҙә тиңе юҡ, тип билдәләй белгестәр. Асы һыуы быуындар һыҙлауынан, остеохондроз, радикулит, нервы системаһы, тире ауырыуҙарын дауалай. Шулай уҡ һыу ванналарын ҡулланғанда экзема, псориаз сирҙәренән ҡотолорға ярҙам итә, ҡан баҫымы нормалләшә, ти, табиптар. Ревмотоид артриты менән яфаланғандар Асы һыуында ятырға әллә ҡайҙарҙан килә.
Минераль һыу менән дауалау бүлегендә иртәнән алып төшкә тиклем кеше ѳҙѳлмәй. Ванналар һәр кемгә ваҡыты менән билдәләнһә лә, дауаланырға килгәндәрҙе әллә шифалы һыулы ванналар, әллә ошо бүлектә эшләгән мөләйем ҡатын-ҡыҙҙар тарта. Һәр кем бында иртәрәк килергә, үҙ-ара аралашырға, тәьҫораттары менән уртаҡлашырға тырыша. Ял итеүселәр өсөн матур итеп йыһазландырылған, иркен зал, хатта зауыҡ менән биҙәлгән "Ҡышҡы баҡса" ла бар.
Дауалау бүлегендә ифрат һөйкөмлө, алсаҡ, үҙ эштәренә айырыуса яуаплы ҡараған белемле медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Уңған белгестәр пациенттарҙы бер-бер артлы ҡабул итеп, йылы һыулы ванналар ғына түгел, яҡшы кәйеф тә бүләк итә. Асынан Азалия Мәхмүтова, Миңлегөл Яҡупова, Инйәрҙән Румилә Мырҙағәлина, Йөйәк ауылынан Әлфиә Рәхмәтуллина менән бергә Өфөнән Марина Адельмина, Баймаҡ районынан Илүзә Исҡужина, Йылайыр районынан Лилиә Сөләймәнова эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла стажлы белгестәр. Уларҙың иғтибарынан бер генә дауаланыусы ла ситтә ҡалмай. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә иғтибар көслө. Минераль ванналар йөрәк ауырыуы менән яфаланыусыларға килешмәүе лә мөмкин. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре Асы шифаханаһына ял итергә килгәндәр һәм ошонда эшкә тороп ҡалғандар. 15 көн эшләгәндән һуң уларҙы икенсе смена алыштыра. Белгестәр шифахана территорияһында урынлашҡан махсус ятаҡ корпустарында йәшәй. Был бүлектә шулай уҡ санитаркалар булып Эльвира Багаева менән Зөһрә Мөхәмәтдинова ла эшләй. Улар икеһе лә Инйәрҙән, шифахана автобусы менән йөрөп эшләйҙәр. Эльвира Әмир ҡыҙының бында эшләүенә 12 йыл. Зөһрә Ғилметдин ҡыҙы шифаханала яңыраҡ эшләүенә ҡарамаҫтан, коллективҡа тиҙ арала өйрәнеп китә. Уларҙың да эше бик үҙенсәлекле, пациенттарҙың баш өлөшөн минераль һыу менән сылаталар.
Шифахана табиптары дауалау процедуралары менән бергә массажға ла яҙалар. Массаж етди һәм көслө терапия. Ир-егеттәрҙең барыһы ла белемле белгестәр. Ғөмүмән, шифаханала массажсылар күп кенә. Массаж яһаған егеттәргә бында тын алырға ла ваҡыт юҡ. Кѳн оҙонона улар пациенттарҙы ҡабул итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә массажсылар менән тиҙ генә әңгәмәләшеп алырға форсат сыҡты.
Егеттәрҙең барыһы ла Белорет медицина колледжын тамамлаған. Массажда классик һәм дауалаусы массаж ысулдарын ҡулланалар. Белемдәрен һәр саҡ камиллаштырып торалар, тәжрибә туплайҙар, төрлө курстарға йөрөйҙәр. - Массаждың төп маҡсаты ауырыуҙарҙың ауыртыныуын, һыҙланыуҙарын дауалау, ти, улар. Һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, бар күңелен һалып, ошо эштең нескәлектәрен белеп башҡара. Клиенттарға кәңәштәрен дә йәлләмәй егеттәр. Массаж эшләгән тауыштар коридорға яңғырап тора. Улар янынан сыҡҡан һәр бер кешенең егеттәргә әйткән рәхмәт һүҙҙәрен нисек иғтибарға алмайһың инде.
Альберт Мөхәмәтғәлин - юғары категориялы массажсы, Үткәл ауылынан. Мәктәптә белем алғандан һуң, Белорет медицина колледжында уҡый. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Өфөлә массаж буйынса курстар үтә. - Шифаханаға эшкә килдем дә бына 12 йыл инде ошонда эшләйем, - ти. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр, Асы ауылында йәшәйҙәр.
Илнар Яҡупов Асы ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң, медицина колледжында уҡый һәм эшкә тыуған ауылына ҡайта. Илнар Фәиз улы ҡатыны Гөлсара менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Гөлсара белеме буйынса уҡытыусы, әлегә декрет ялында. Илнар Фәиз улының ата-әсәһе лә ауылда йәшәй, балаларҙы ҡарарға ярҙам итәләр.
Илдар Шәйхетдинов Инйәр егете, бында 2019 йылда эшкә килә. Шифахана йәш егеткә бик оҡшай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тағы ике йыл ошонда эшләп китә. Белемен үҫтереү курстарынан һуң, 2022 йылда кире эшкә килә.
Электр һәм яҡтылыҡ менән дауалау бүлегендә лә эш ҡайнай. Светлана Ағзамова, Нурия Ағзамова, Гөлнур Сәлимова, Нәзирә Исламғәлина физиотерапия буйынса шәфҡәт туташтары, Айгѳл Астраханова санитарка булып эшләй. Светлана Зәки ҡыҙы Асы шифаханаһына эшкә килгәнсе Инйәр участка дауаханаһында эшләгән. Гѳлнур Заҡыуан ҡыҙы бында - 13, Нурия Ғайсар ҡыҙы - 16, Нәзирә Хәлит ҡыҙы 19 йыл эшләгән. Әйткәндәй, Гөлнур, Нәзирә, Айгѳл ошо ауылда тыуып-үҫкән ҡыҙҙар, уҡып сыҡҡас та эшкә ошонда ҡайталар. Барыһы ла эштәрен яратып, күңел һалып, намыҫлы башҡаралар.
Озон терапияһы, лазер терапияһы кабинеттарында дауаланыусыларҙың веналарына система ҡуйған медицина хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Мөхәмәткилдина һәм Руфина Шаһыбалова икеһе лә медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләй. Тәжрибәле белгестәрҙең эшенә һоҡланмаған кеше юҡ. Улар Инйәр дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң Асы шифаханаһына күскән.
Руфина Хатип ҡыҙы Инйәр дауаханаһында 20 йыл бергә эшләгән остазы- табип Лилиә Закир ҡыҙы Суфяноваға рәхмәт һүҙҙәрен тапшырырға үтенде.
Асы шифаханаһында дауалау йүнәлештәре, төрҙәре бик күп. Шул рәттән танылыу яулаған һөлөк менән дауалау ҙа бар. Путевка хаҡына ингән һәм түләүле хеҙмәттәр ҙә күп күрһәтелә. Уларҙың барыһы тураһында ла яҙып бөтөү мөмкин түгел. Ашханала эшләгән ашнаҡсыларға айырыуса рәхмәт әйтке килә, аштары тәмле, йѳҙҙәре яҡты. Асы шифаханаһы территорияһын төҙөкләндереү буйынса ла өҙлөкһөҙ эштәр башҡарыла. Шифахана биләмәһе бик матур, ял итеүселәр өсөн барыһы ла бар, саф һауала йәйге сәхнә лә, балалар өсөн уйын майҙансығы ла төҙөлгән. Ял итергә килгәндәрҙең ялын ойоштороусы Миңлегөл Дилмөхәмәтова билдәле табиптар менән лекциялар, экскурсиялар, тәбиғәткә походтар ойоштора. Кистәрен дискотекалар үтә, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концертында сығыш яһап, үҙ һәләтеңде лә күрһәтергә мөмкин. Профессиональ артистар ҙа шифаханаға йыш килеп тора, йәрминкәләр үткәрелә.
Асы шифаханаһы республикабыҙҙа, Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендә бик популяр. Шифалы һыуы менән дан тотҡан үҙебеҙҙең шифаханала һаулыҡтарын яҡшыртырға килгән район-ҡала халҡын, бигерәк тә күркәм йәштәге оло быуын кешеләрен дә күрге килә.