Социаль өлкә
13 Октября 2023, 05:39

Больничный түләүҙәре арта

Рәсәйҙә 2025 йылға больничный буйынса түләүҙәрҙе ике тапҡыр арттырасаҡтар.

Больничный түләүҙәре артаБольничный түләүҙәре арта
Больничный түләүҙәре арта

Буыл хаҡта "Известия" баҫмаһына Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында һөйләгәндәр. Һүҙ бер көнгә компенсацияны 2,7 мең һумдан 5,7 мең һумға тиклем арттырыу тураһында бара.

Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм бала тыуҙырыу буйынса пособиеның максималь суммаһы ла артасаҡ. Шулай уҡ йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса ай һайын бирелә торған пособиеның максималь күләмен арттырыу ҙа ҡарала. 

Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге түләүҙәр хеҙмәткәрҙең алдағы ике йылдағы уртаса хеҙмәт хаҡына туранан-тура бәйле буласаҡ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас