

Янғын һүндереүсе һөнәрен популярлаштырыу, шулай уҡ үҫеп килгән быуындың янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге белемен арттырыу маҡсатында Инйәрҙең янғын часы хеҙмәткәрҙәре 1-се “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында “Янғын хеҙмәте - кескәйҙәр күҙлегенән” тип аталған һүрәттәр конкурсы үткәрҙе. Балаларҙың янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә белем кимәлен күтәреү йәш быуынды яуаплылыҡҡа өйрәтеүгә лә булышлыҡ итә. Һүрәттәр конкурсы – баланың талантын билдәләү генә түгел, шулай уҡ уларҙың тормошонда янғын хәүефһеҙлегенең ни тиклем мөһим роль биләүен һәм янғын һүндереүсе образын һүрәтләүҙең иң яҡшы ысулы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса призлы урындар билдәләнде. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнде. Ғөмүмән, бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы.