Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Ноябрь 2023, 17:31

Яңы йыл ҡаласыҡтары муниципалитеттарҙа бер үк ваҡытта асыла

Башҡортостанда яңы йыл ҡаласыҡтары барлыҡ муниципалитеттарҙа ла бер үк ваҡытта асыла. Республика Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә датаны үҙҙәренә билдәләү һәм ошо ваҡытта байрам ҡаласыҡтарын асыу бурысын йөкмәтте.

Яңы йыл ҡаласыҡтары муниципалитеттарҙа бер үк ваҡытта асыла
Яңы йыл ҡаласыҡтары муниципалитеттарҙа бер үк ваҡытта асыла

— Беҙгә Яңы йылға әҙерләнергә ваҡыт, — тине Радий Хәбиров.  — Етем, йә ата-әсәһе хеҙмәт иткән йәки һәләк булған балалар категорияһы беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Республика етәксеһе мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтарына киләһе дүшәмбе был тема тураһында ентекле мәғлүмәт бирергә ҡушты.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылда яңы йыл каникулдары 10 көн дауам итә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: