Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Ноябрь 2023, 13:41

Әсәлек капиталы 833,9 мең һумға еткерелә

Әсәлек капиталын алып та, файҙаланып өлгөрмәгән осраҡта, ул 2024 йылдың 1 февраленән фактик инфляция кимәле буйынса индексациялана. Индексация 7,5% кимәлендә фаразлана, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Социаль фонд.

Әсәлек капиталы 833,9 мең һумға еткерелә
Әсәлек капиталы 833,9 мең һумға еткерелә

Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталы алмаған икән, икенсе балаға түләү 833 800 һумға тиклем арттырыла, алған булһа, 630 967 һум була. Әсәлек капиталы өлөшләтә тотонолһа, уның ҡалған өлөшө индексациялана.

Әсәлек капиталы аҡсаһын белем алыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу (шул иҫәптән ипотека), әсәнең пенсияһының тупланма өлөшө, инвалид балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу, 3 йәшкәсә балаларҙың айлыҡ түләүе өсөн файҙаланырға мөмкин.

Әсәлек капиталының актуаль суммаһын Дәүләт хеҙмәттәрендә уның ҡалған өлөшө тураһында белешмәгә заказ биреп белергә мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: