Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Ноябрь 2023, 13:54

Егәрленең ҡулы ете

“Тормош булғас, төрлө хәлдәр була” тигән йыр юлдарын “Төрлө кешеләр була” тигән һүҙгә алыштырыр инем. Көнөн, ваҡытын нисек үткәрергә белмәй йөрөгән кешеләр күп хәҙер ауылдарҙа. Шулай ҙа минең ауылдаштарым түгел. 

Егәрленең ҡулы ете
Егәрленең ҡулы ете

Нурала йәшәгән йәш ғаиләләрҙең бер нисәүһен генә алғанда ла, улар емертеп эшләй ҙә, матур йәшәй ҙә белә. Данис Рәхмәтуллин, Рөстәм Шәнгәрәев, Андрей Ершов, Юлай Хәсәнов  эшҡыуарлыҡ эшен дә алып бара, йорттар һалып, балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Йыл һайын быҙау, ҡаҙ-өйрәк үҫтереп, утын-бесән әҙерләп һатып, килем ала һәм ғаиләһен ҡарай.

Көҙ - муллыҡ билдәһе. Көҙҙөң матур көнөндә Юлай Хәсәнов  ауыл ағинәйҙәрен өмәгә саҡырҙы һәм, әлбиттә, беҙ шатланып риза булдыҡ. Билдәләнгән ваҡытҡа уңған хужаларҙың йортонда инек инде. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, йөнөн буласаҡ мендәрҙәр өсөн әҙерләп ҡуйҙыҡ.  Төрлө ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫләп, хәлдәрҙе һөйләп, мәрәкәләшеп тә алдыҡ, халҡыбыҙ йырҙарын да онотманыҡ. Ҡаҙҙары һимеҙ булғас, күңел дә күтәренке. Эсен алып, таҙартып йыуғас, йылғаға юлландыҡ. Люциә Рәхмәтуллина йәштәрҙе йола байрамы менән таныштырҙы, нескәлектәренә төшөндөрҙө.

“Һә” тигәнсе ҙур эш эшләнде. Өмәселәрҙең дә, хужаларҙың да күңелдәре көр. Йәштәргә матур, етеш донъяла гөрләтеп йәшәргә генә ҡала. Илебеҙгә, еребеҙгә тыныслыҡ, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау, еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, табын артында һөйләшеп, икенсе йыл да ярҙамға килербеҙ, тип таралыштыҡ.

Тырышҡан кеше барыһын да булдыра.

Рәйлә ВӘЛИЕВА,

Нура ауылы ағинәйҙәре етәксеһе.       

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: