Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Декабрь 2023, 09:21

«Бөтә ғаилә менән» акцияһы старт алды

«Бөтә ғаилә менән» ҙур ғаилә проекты илдә 15 декабрҙә «Мин балаларға ярҙам итәм» йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән башланды. Проекттың мәғлүмәт партнеры: Интернет үҫеше институты.

«Бөтә ғаилә менән» акцияһы старт алды
«Бөтә ғаилә менән» акцияһы старт алды

Проект Рәсәй Президенты иғлан иткән Ғаилә йылына арнала һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Проект шарттарына ярашлы, аҙнаһына бер тапҡыр проектта ҡатнашыусы ғаиләләргә бөтә ғаилә менән үтәлергә тейешле заданиелар бирелә. Мәҫәлән, бөтәһе бергә киске аш әҙерләргә, музейға барырға йәки спорт менән шөғөлләнергә. Артабан социаль селтәрҙәргә (VK йәки Класташтар) #всейсемьей (#всейсемьей02) хештегы менән ғаиләнең нисек заданиены үтәгәнен күрһәткән фотоһүрәтте һалырға кәрәк.

Ай һайын ойоштороусылар аралаш йомғаҡтар яһаясаҡ һәм проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр уйнатасаҡ. Киләһе йылдың март аҙағында иң әүҙем ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы үтә. Уларҙы үҙенсәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. Мәҫәлән, «Больше, чем путешествие» проектынан Рәсәй буйлап 100 ғаилә туры һ. б.

Бынан тыш, проекттың бөтә заданиеларын үтәгән ғаиләләр «Семья – это» уникаль электрон өҫтәмәләрҙең эксклюзив коллекцияһын йыя аласаҡ. Уларҙы Рәсәй иллюстраторҙары махсус рәүештә проект өсөн һәм Ғаилә йылына арнап эшләй.

Беренсе задание сифатында проектты ойоштороусылар бөтә ғаилә менән Яңы йыл шыршыһын биҙәргә тәҡдим итә.

Унда балалары булған һәр Рәсәй ғаиләһе ҡатнаша ала. Бының өсөн СОЦИАЛЬ селтәрҙәрҙең береһендә ТЕРКӘЛЕҮ үтергә кәрәк: VK һәм Класташтар.

«Бөтә ғаилә» проекты тураһында бөтә мәғлүмәт проекттың рәсми сайтында урынлаштырылған: всейсемьей.рф

Ҡушылығыҙ! Башҡортостанда әүҙем һәм дуҫ ғаиләләрҙең йәшәүен күрһәтәйек!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: