Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Декабрь 2023, 18:31

Профилактик рейд үтте

Йыл һайын ҡышҡы миҙгелдә торлаҡ секторында янғындар һаны 2,5 тапҡырға арта. Шуға ла оҙайлы Яңы йыл байрамдары алдынан Абҙаҡ ауылы янғын часы  янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү һәм бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймау маҡсатында профилактик рейд үткәрә.

Профилактик рейд үтте
Профилактик рейд үтте

Рейдта Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, эштәр идарасыһы Регина Гордова, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Абҙаҡ ауылы янғын часы хеҙмәткәре Таһир Фәтхуллин, мәктәптең социаль педагогы Айгөл Байтышева ҡатнашты.  

Рейд барышында 10 ғаиләгә янғын хәүефһеҙлеге саралары буйынса инструктаж үткәрелде, ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса ҡулланмалар таратылды, шулай уҡ йортта янғын сығыуҙың төп сәбәптәре һәм хәүефһеҙ йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр бирелде.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йыл башынан республикала 10 460-тан ашыу янғын теркәлгән, унда 224 кеше һәләк булған, уларҙың 5-әүһе - балалар. Шыршы һәм өйҙө биҙәү өсөн тик төҙөк гирляндалар ғына ҡулланығыҙ, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, электр үткәргестәренең, йылытыу приборҙарының төҙөклөгөн күҙәтегеҙ һәм электр ҡорамалдарына артыҡ көс һалмағыҙ. Мейес  менән һаҡ булығыҙ, - тип иҫкәртте яҡташтарын Абҙаҡ янғын часы начальнигы Азамат Нәбиуллин. - Бындай сараларҙы беҙ даими нигеҙҙә үткәрәбеҙ, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерәбеҙ.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, торлаҡ йорттарҙағы янғындар башлыса халыҡтың  янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәүе һәм үтәмәүе арҡаһында килеп сыға. Шуға күрә торлаҡ секторында янғындарҙың төп сәбәптәре оҙайлы ваҡыт дауамында ут менән һаҡһыҙ эш итеү, йылытыу приборҙары һәм көнкүреш химияһы әйберҙәрен һаҡһыҙ ҡулланыу, электр үткәргесен, төрлө ток ҡабул итеүсе һәм газ плиталарын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, балаларҙың ут менән шаярыуы булып ҡала.

Бындай рейдтар барышында күп балалы ғаиләләрҙең, яңғыҙ ҡарттарҙың, шулай уҡ имен булмаған граждандарҙың йәшәү урындарына айырыуса иғтибар бүленә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙар, янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, һәр ғаиләлә тиерлек була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: