Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Декабрь 2023, 12:50

Бүләктәр эйәләренә етте

Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн 2700-гә яҡын яңы йыл бүләге әҙерләне.

Бүләктәр эйәләренә етте
Бүләктәр эйәләренә етте

Татлы бүләктәрҙе комбинат хеҙмәткәрҙәренең 14 йәшкә тиклемге балалары алды. Бүләк төрлө кәнфиттәрҙән, шулай уҡ уйындар йыйылмаһынан, ҡышҡы көндәр күңелле һәм әүҙем үтһен өсөн компанияның талисманы “Мечелёнок” төшөрөлгән пластик тау шыуғыстан һәм бәйләнгән бирсәткәнән тора.
Уҙып барған йылда I класс уҡыусылары өсөн "Дефицит" театр-студияһында "Яңы йыл алдынан һөйләшәләр..." исемле спектакле ҡуйылды.  Кескәйҙәр өсөн байрамды профсоюз комитеты һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.

Белорет металлургия комбинатының  Яңы йыл бүләктәрен Үҙәндәге “Спутник” Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә аласаҡ.

Белорет металлургия комбинатының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: