Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Ғинуар , 13:07

Самауырҙан сәй тәмле була

Яңы йыл каникулдарында Өфөнөң Совет майҙанында «Ҡышҡы һабантуй» фестивале сиктәрендә дүртенсе тапҡыр Самауырҙар конкурсы үтте.

Самауырҙан сәй тәмле була
Самауырҙан сәй тәмле була


Был һабантуйҙа яҙғы сәсеү эштәре тураһында һүҙ бармай, ләкин байрам шулай уҡ халыҡсан, төрлө уйындар, күңел асыу менән үтә. «Ҡышҡы һабантуй»ҙың төп үҙенсәлеге - ул самауырҙар конкурсы.  Бөтә Башҡортостандан иң яҡшы самауыр ҡайнатыусылар йыйылды.

Белорет районынан конкурста Инйәр ауылының “Урал” хәләл кафеһы ҡатнашты. Улар халыҡҡа төрлө самауырҙар,  тәм-томдар һәм сувенир продукцияһын тәҡдим итте.

Сара барышында һәр кемгә тәм-томдар менән тәмләп үлән сәйе эсеү мөмкнлеге тейҙе. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: