Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Февраль , 13:42

"Минең милли ризығым"

Үҙәнбаш мәктәбендә үткән флешмоб балаларҙа милли ризығыбыҙға иғтибарҙы көсәйтеү һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү,  кулинария һөнәрен популярлаштырыу, ашаған ризыҡтарыбыҙға айырыуса иғтибарлылыҡ һәм һаҡсыллыҡ  тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылды. 

"Минең милли ризығым"
"Минең милли ризығым"

Һәр уҡыусы үҙенең ата-әсәһе, өләсәләре менән  урыҫ, башҡорт, татар милли аҙыҡтарын – ватрушкалар, ҡоймаҡтар, төрлө эслек менән пирогтар һәм бөйөрөктәр,  ләүәштәр, сәк-сәк, өсмөйөш, татыу ғаилә, кеҫәл, ҡыҫтыбый, туҡмас һәм башҡа бик күп ризыҡтар бешереп килтерҙеләр. Ә IX класс уҡыусыларының ата-әсәләре бишбармаҡ әҙерләп алып килде.

Кулинария флешмобы уҡыусыларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә милли ризыҡтарҙы әҙерләүгә һәм халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Мәктәп ашнаҡсыһы Рәзилә Иштимер ҡыҙы ла флешмобта теләп ҡатнашты. Ә инде сара һуңында балалар әҙерләп килтерелгән милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр һәм бик ҡәнәғәт ҡалдылар. “Минең милли ризығым” кулинария флешмобын уҙғарыуҙа  әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға  рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм һәр саҡ шулай берҙәм, әүҙем булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

Елена Төхвәтуллина,

Үҙәнбаш мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: