Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Март , 13:35

Эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн штраф арттырыла

Башҡортостанда эттәрҙе морондоҡһоҙ һәм бәйһеҙ йөрөткән өсөн штрафты арттырыу тураһында закон ҡабул итергә әҙерләнәлр.

Эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн штраф арттырыла
Эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн штраф арттырыла

Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, хәҙер сумма 2-4 мең һум тәшкил итергә тейеш (элек 500 һумдан 2 мең һумғаса ине).

«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ғәмәлдәге кодекста 500 һумдан 2 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Был норманы индерелгәндән һуң 10 йыл ваҡыт үтте», — тип билдәләне республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Закон бүлмә эттәренә ҡағылмай. Башланғыс икенсе уҡыуҙар ҡаралырға тейеш, өҫтәүенә яңы төҙәтмәләр эттәр кешегә һөжүм иткән өсөн хужаларына ҡарата енәйәт яуаплылығын индереүҙе күҙ уңында тота.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, май айынан Башҡортостанда хайуандар өсөн «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башлай.

Автор:
Читайте нас: