Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Март , 11:24

Ташҡын мәлендә поездар йәлеп ителә

Республикала яҙғы ташҡын ваҡытында поездар йәлеп ителә.

Ташҡын мәлендә поездар йәлеп ителә
Ташҡын мәлендә поездар йәлеп ителә

Башҡортостанда Куйбышев тимер юлында оло һыуҙы үткәреү буйынса әҙерлек эштәре бара. Бының өсөн 5 махсус поезд йәлеп ителә. Күсмә состав ҡырсын таш һәм ҡом менән тултырылған. Поездар Аксаков, Дим, Әшә, Стәрлетамаҡ һәм Белорет станцияларында урынлаша. Республикала яҙғы ташҡынды үткәреү буйынса оператив штабтар ойошторолдо. Әҙерлек эштәрен ай аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: