Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март , 10:06

450 юл буйы сервисы объекты төҙөлә

2024 йылда Башҡортостанда 450 юл буйы сервисы объектын төҙөргә һәм шул уҡ күләмдә яңыртырға әҙерләнәләр.

450 юл буйы сервисы объекты төҙөлә
450 юл буйы сервисы объекты төҙөлә

Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр иттеләр.

«Юл яны сервисы буйынса беҙ 2020 йылдан алып әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылда Башҡортостанда 304 яңы юл буйы сервисы объекты сафҡа индерелгән, 307-һе яңыртылған. Бөгөн Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм инвестициялар күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу булған 44 инвестиция проекты бар. Быйыл беҙ тағы ла темпты арттырырға һәм 450 юл яны сервисы объектын төҙөп, шунса уҡты яңыртырға планлаштырабыҙ», — тине республика премьер-министры Андрей Назаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостанда республиканың Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһын әҙерләнеләр һәм инвесторҙар өсөн ярҙам саралары комплексын булдырҙылар. Ошондай объекттар төҙөү өсөн ер участкаһы сауҙаһыҙ һәм льготалы ставка буйынса ҡуртымға бирелә, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөү өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бүленә, килемгә һәм мөлкәткә һалым буйынса льготалы һалым осоро ғәмәлдә.

Автор:
Читайте нас: