Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Март , 12:16

Квест-уйын ойошторолдо

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VIII “б” класы уҡыусылары өсөн “Ҡараңғыла йөрөү” квест-уйыны ойошторолдо.

Квест-уйын ойошторолдо
Квест-уйын ойошторолдо

Уҡыусылар күҙ ярҙамында түгел, ә үҙ тойғоларына, башҡаларға  таянып үҙаллы һәм китапханасылар ярҙамында бүлмәләр арауығын үтте.

Тауыштар, еҫтәр, һиҙеү тойғолары – быларҙың барыһы ла һуҡыр кешенең тормошоноң тулыраҡ картинаһын алырға теләгәндәргә ҡулланыу өсөн бирелгән. Был уйынсыларға һуҡыр кешеләргә көндәлек тормошта осраған тойғолар һәм эмоцияларҙың бөтә киҫкенлеген тулыһынса тойорға мөмкинлек бирҙе. Ҡунаҡтарҙың һуҡыр китап уҡыусы менән осрашыуы, Брайль буйынса яҙып һәм уҡып күрһәтеүе, ярҙамсы эт - былар барыһы ла сараға айырым әһәмиәт бирҙе.

Надежда Николаевна Брайль шрифты менән уҡыу һәм яҙыу нигеҙҙәрен күрһәтте. Балалар Тамара Евгеньевна һәм уның эйәртеүсе эте (Башҡортостан Республикаһының “Аҡтырнаҡ” ярҙамсы эттәр хужалары клубы ағзалары)  менән аралашты .

Уйында ҡатнашыусыларға тифлокомментарийҙар менән йәнһүрәт күрһәтелде. Балалар тифлокомментарийҙарҙы ғәмәлдә, яңы технологияларҙың кешеләргә аңлау һәм аралашыу кәртәләрен бөтөрөргә ярҙам итеүен баһаланы.

Зөлфиә ЗАРИПОВА,

Белорет филиалы мөдире.

Автор:
Читайте нас: