Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Март , 17:23

«Пионер» руднигының идарасы директоры ҡулға алынған

Амур өлкәһендә идарасы директор «Пионер» руднигында эштәр башҡарғанда хәүефһеҙлек талаптарын боҙоуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынды, тип хәбәр иттеләр урындағы тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Пионер» руднигының идарасы директоры ҡулға алынған
«Пионер» руднигының идарасы директоры ҡулға алынған

 Тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың 18 мартында кис көнө Зея муниципаль округы территорияһындағы ер аҫты руднигында тау тоҡомдары ишелгән, шуның һөҙөмтәһендә подряд ойошмаһы эшселәре шахтала ҡалған.

«Тәфтиш комитеты рәйесенә тикшереү барышы тураһында доклад тапшырылды. Енәйәт эше буйынса фажиғәнең хәл-шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү һәм башҡа процессуаль ғәмәлдәр башҡарыла. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Шахтала ҡалған 13 эшсенең яҙмышы тураһында һаман да бер ни ҙә билдәле түгел», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, шахтаға һыу тулыуы ла ихтимал.

Автор:
Читайте нас: