Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Апрель , 15:23

Яңы арт-объект барлыҡҡа килде

Белорет тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы яны майҙансығында яңы арт-объект барлыҡҡа килде.

Яңы арт-объект барлыҡҡа килде
Яңы арт-объект барлыҡҡа килде

Ул үҙе күрһәткес-конструкция булып тора. Күрһәткес нимәгәлер күрһәтергә тейеш... Аңлашыла!

Ә был күрһәткес районда иң популяр туристик тәбиғәт объекттарының йүнәлештәрен күрһәтә.

Был объекттың музейға йәнәш территорияла барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел, сөнки ҡаланың бөтә ҡунаҡтары тиерлек музейға килеп, ҡаланың билдәле урындары тураһында мәғлүмәт ала.  

Ә бына музейҙан теләһә ниндәй тауға ҡул һуҙырлыҡ ҡына! Теләгегеҙ генә булһын!

-         Бына беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙ өсөн бер нисә маршрут билдәләнек, - ти улар. - Айырыуса мәҙәниәт идаралығына һәм ҡала хакимиәтенә күрһәткес ҡуйыу идеяһын хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Шуға күрә, дуҫтар, тауҙар һайлағыҙ, маршруттар төҙөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ һәм беҙҙең музейға килегеҙ!

Автор:
Читайте нас: