Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Апрель , 17:02

Комбинат ташҡынға ҡаршы күнекмәләр үткәрҙе

Белорет металлургия комбинатында яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса тактик-махсус күнекмәләр үтте.

Комбинат ташҡынға ҡаршы күнекмәләр үткәрҙе
Комбинат ташҡынға ҡаршы күнекмәләр үткәрҙе

БМК-ның 80-дән ашыу һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш ташҡын ваҡытында эш итеүҙе үҙләштерҙе.

Күнекмәләр легендаһы буйынса, ҡапыл көндәрҙең йылыныуы арҡаһында Белорет һыуһаҡлағысында һыу кимәле күтәрелә һәм комбинаттың гидротехник ҡоролмаһы аша ҙур күләмдә һыу ағыҙыу арҡаһында предприятиеның бер нисә цехы һыу аҫтында ҡала. Шартлы хәүеф комбинат подразделениеларына ҡына түгел, ә улар менән сиктәш булған ҡала территориялары өсөн дә янай. Металлург-ҡотҡарыусылар раҫланған эш планына ярашлы эшләй: яҡын-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе һыу баҫыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә, шартлы рәүештә һыу баҫҡан цех участкаларының утһыҙ булыуына инана, хеҙмәткәрҙәр эвакуациялана, автотранспорт, мөлкәт һәм документтар сығарыла.

Киләһе этапта шартлы рәүештә зыян күргән БМК хеҙмәткәрҙәренә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, цехтарҙың береһендә янғынды һүндереү һәм кәмәлә "батыусы"ны ҡотҡарыу бурысы ҡуйыла.

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.

Автор:
Читайте нас: