Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Июнь , 13:15

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы старт алды.

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды

 Дөйөм алғанда, төбәк аграрийҙары алдында бер баш малға кәмендә 26 центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы тора, тип хәбәр иттеләр ашҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Быйылғы миҙгелдә мал аҙығы культуралары 590 мең гектарға яҡын майҙанды биләй. Бесән һәм силос өсөн люцерна, кәрешкә, туҡранбаш, кәзә үләне, кукуруздың йәшел массаһы үҫтерелә.

Сәсеү кампанияһына килгәндә, ул тамамланып килә. Шул иҫәптән 160 мең гектарҙан ашыу майҙанда мал аҙығы культуралары сәселгән, улар бөтәһе 175 мең гектарҙы биләргә тейеш.

Автор:
Читайте нас: