15 июндә Мәхмүт ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы гөрләп үтте.
Осрашыуға килеүселәр башта һуғыш ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында яҡындарын иҫкә алып, гөлләмәләр һалды.
Байрамдың икенсе өлөшө Ҡабаҡ башы яланында дауам итте . Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары, Тирләндең "Ағиҙел" йыр коллективы, ҡаланың "Ағиҙел һылыуҙары" бейеү коллективы (етәксеһе Н. Асҡарова) һәм башҡа һәүәҫкәрҙәр тамашасыларҙы йөкмәткеле концерт номерҙары менән ҡыуандырҙылар.
Байрамдың мәртәбәле өлөшө бүләкләү тантанаһы булғандыр. Был көндә ауылыбыҙҙың иң оло кешеләре, йәш ауылдаштар, өлгөлө күп балалы ғаилә, ауыл илһөйәрҙәре, юбилярҙары, иң йәш ғаилә номинацияларында бүләкләнде.
Николаевка ауыл хәкимиәте башлығы Надир Нәбиуллин Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрам барышында яланда спорт ярыштары, уйындары гөрләп торҙо. Ололар майҙансығында Айнур Һибәтуллин көрәш, һырғауыл һ.б. уйындарын алып барһа, балаларҙыҡында Әлфиә Марданова һәм Эльвира Камалетдинова балаларға төрлө ярыштар үткәреп, бүләкләп торҙо.
Өҫтәл әҙерләүселәр - Гөлсирә Сәйәр ҡыҙы һәм уның килендәре, Зәкиә Сәйәф ҡыҙы, Нилә Нәғим ҡыҙы барыһын да тәмле аш, былау менән һыйланы.
Ауыл тормошонда, байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандар, бағымсылар: Ҡорманаев Ф.А, Сафиуллин Р.Р, Сәғәҙәтов А.А, Камалетдинов Н.Ф., Сафиуллин С.Р., Һибәтуллин А.Р. һәм башҡаларға оло рәхмәтебезҙе белдерәбеҙ.
Барығыҙға ла эштәрегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, сабырлыҡ, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Гөлназ СӘҒӘҘӘТОВА,
мәҙәниәт йорто мөдире.