«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшкәрмәкәрлекте көйләү тураһында» законға ярашлы, Йәштәр көнөндә алкоголь продукцияһын һатырға рөхсәт ителмәй. 2022 йылға тиклем байрам 27 июндә үткәрелә ине, ләкин 2023 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин уны үҙгәртергә ҡушты. Хәҙер Рәсәйҙә Йәштәр көнөн йәйҙең беренсе айының һуңғы шәмбеһендә билдәләйҙәр», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Тыйыу ресторан- кафеларға ҡағылмай. Улар ғәҙәттәгесә эшләй. Республикала Белем көнөндә лә хәмер һатмайҙар, быйыл ошо дата 2 сентябрҙә билдәләнә.