Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Июль , 14:41

“Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды

Рәсәй халыҡтары традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара 10-30 июлдә "Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт" ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтәсәк.

“Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды
“Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды

Бөгөн “Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, хәҙерге Рәсәй территорияһында йәшәгән һәр халыҡ бик күп төрлө әкиәттәр ижад иткән.

- Әкиәттәр уйлап сығарыу һәм һөйләү оҫталығы борон-борондан һөнәрселәр йәки һунарсылар оҫталығы менән бер рәттән баһалана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ойоштороусылар.

Актер йәки әҙәби йүнәлештә мәктәп уҡыусылары үҙ һәләттәрен күрһәтә ала. Бының өсөн өс номинацияның (“Рәсәй халыҡтары әкиәттәре“, “Рус яҙыусылары әкиәттәре” , “Мин яҙған әкиәт”) береһендә әкиәтте уҡып видео яҙҙырырға  һәм ҡатнашыуға ғаризаны “Культурадляшкольников.РФ” порталының шәхси кабинетында ҡалдырырға кәрәк.

6+

Автор:
Читайте нас: