Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Июль , 11:44

"Финист" илдең тимер юлдары буйлап “оса”!

Өфө-Белорет маршрутында тәүге тиҙ йөрөшлө "Финист " электр поезы йөрөй башлай.

"Финист" илдең тимер юлдары буйлап “оса”!
"Финист" илдең тимер юлдары буйлап “оса”!

Республикаға 5 вагонлы беренсе электропоезд - "Финист" килә. “Финист” -  даими токлы Рәсәй электр поезы, ул хәүефһеҙлек һәм эргономика өлкәһендәге заманса талаптарға яуап бирә. Поезд уңайлы сәйәхәт итеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған: һауаны зарарһыҙландырыусы климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү һәм мәғлүмәт таблоһы. Салонда - мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн USB-розеткалары булған уңайлы ултырғыстар. Электр поезында өс санитар модуль бар, улар балалы пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн биләү өҫтәлдәре менән йыһазландырылған. Бынан тыш, “Финист” физик мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарҙы ташыу өсөн тулыһынса яраҡлаштырылған. Инвалид коляскаларын ҡуйыу өсөн урындар бар һәм улар өсөн күтәргестәр ҡаралған.

“Финист”  Өфө “Көнсығыш радиусы” - Белорет һәм Өфө ҡала сиге маршруты буйынса йөрөйәсәк.

Хәҙер Рәсәй тимер юлдарында тулыһынса импортты алмаштырған, "Ҡарлуғас" аналогы, бындай 25 поезд бар. Йыл аҙағына магистралдәрҙә 32 "Финист" йөрөйәсәк. Поезда "Ҡарлуғас"ҡа ҡарағанда 60 урын һәм бер санитар бүлмәгә күберәк.

Автор:
Читайте нас: