Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 578 социаль эшҡыуар эшләй, республика Рәсәй буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында тора.
“Беҙҙең социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү тәжрибәһе бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһалана. Июнь айында республикала төбәктең социаль предприятиелары буйынса федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары өсөн "Беҙҙең киләсәк" фондының матбуғат туры үтте. Бынан тыш, Благовещен районынан шәхси эшҡыуар Әлфиә Ғәлиуллина "Благотур" проекты менән "Минең изге бизнесым" Бөтә Рәсәй конкурсы призына лайыҡ булды”, - тип билдәләне министр.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаларына ярҙам итеүгә быйыл 180 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан 100 миллион һум. Дәүләт ярҙамы башлыса инвестиция проекттарына йүнәлтелгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөһрә Гордиенко. Бизнесты үҫтереү күрһәткестәренең ыңғай динамикаһына төбәк институттарының һөҙөмтәле эше арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләне Эшҡыуарлыҡ министрлығы башлығы. Беренсе ярты йыллыҡта улар 287 эшҡыуарға һәм үҙмәшғүлдәргә дөйөм суммаһы 1,6 миллиард һумдан ашыу булған финанс ярҙамы күрһәтте.