-3 °С
Болотло
Бына быйыл да тәжрибә уртаҡлашыу сиктәрендә Һиндостандан килгән Башҡорт дәүләт медицина университетының 11 студенты производство практикаһына тотондо. Студенттар стационар бүлектәрендә эшләй: пациенттарҙы ҡарауҙа ярҙам итәләр, операцияларҙа ҡатнашалар, артабанғы уҡыу һәм эш өсөн табиптарҙың тәжрибәһен үҙләштерәләр.
Практиканан буш ваҡытта студенттар урындағы иҫтәлекле урындар менән таныша, милли аш-һыуҙан ауыҙ итә, Башҡортостан төбәгенең матурлығы менән һоҡлана.
Изгелекле студенттар дауаханабыҙға ыңғай өлөш индерҙе, һеҙгә, буласаҡ табиптарға, уңыш теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Белорет дауаханаһы.