Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Сентябрь , 13:36

Урман янғын һүндереү формированиелары техника менән йыһазландырылды

"Экология" милли проекты ярҙамында Башҡортостан 2019 йыл башынан алып 131 берәмек урман янғын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, шулай уҡ 573 төр ҡорамал һәм инвентарь һатып алған.

Урман янғын һүндереү формированиелары техника менән йыһазландырылды
Урман янғын һүндереү формированиелары техника менән йыһазландырылды

Быйыл "Урманды һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәген урман янғындарын һүндереү буйынса саралар комплексын үткәреү өсөн урман янғын техникаһы менән йыһазландырыуға 39,4 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға 8 берәмек урман янғын һүндереү техникаһы: янғын һүндереү цистерналары, йөк автомобилдәрен, УАЗ тулы приводлы автомобилдәрен һәм автоприцеплы квадроциклдар, шулай уҡ 10 берәмек урман янғын һүндереү ҡорамалдары: юғары баҫымлы ҡоролмалар һәм мобиль янғын резервуарҙары һатып алына.

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, алынған техника республиканың урман янғын станцияларына дежурлыҡ итеү өсөн йүнәлтелгән, был республикабыҙҙың йәшел байлыҡты һаҡлау буйынса бурыстарҙы тағы ла сифатлыраҡ һәм профессиональ хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Төбәктә урман янғын һүндереү подразделениеларын бөтә кәрәкле ҡорамалдар, техника һәм инвентарь менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә, сөнки урман янғын һүндереү формированиеларының тулылығынан янғындарға реакция тиҙлеге һәм уларҙы бөтөрөү тора, тип һөйләне урман ведомствоһы етәксеһе.

- Яңы техника һәм ҡорамалдар Өфө, Салауат, Белорет, Дүртөйлө һәм Әбйәлил райондарында урынлашҡан икенсе һәм өсөнсө типтағы 5 урман янғын һүндереү станцияһы араһында таратыла. Һатып алынған техника республикабыҙға нормативты тулыһынса үтәү мөмкинлеген бирҙе, - тип өҫтәне Марат Шәрәфетдинов.

Автор:
Читайте нас: