Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Сентябрь , 14:49

Иң яҡшы табип - Белоретта!

Табип Яковлев иң бәләкәй пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡара, ул - анестезиолог-реаниматолог, Белорет бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлеге мөдире.

Иң яҡшы табип - Белоретта!
Иң яҡшы табип - Белоретта!

2020 йылда Алексей Яковлев перинаталь медицина өлкәһендә Башҡортостандың иң яҡшы белгестәренең береһе тип таныла һәм "Фәрештә-реаниматолог" номинацияһында республика премияһы менән бүләкләнә.

Алексей Юрьевич Белореттан. Медицина колледжын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә, балалар хирургияһы буйынса интернатураны тамамлай. Өс йыл Өфөлә эшләй, һуңынан тыуған ҡалаһына ҡайта.. Табиптың дөйөм медицина стажы - 25 йыл.

Ул яңы тыуған сабыйҙарға реанимация ярҙамы күрһәтә, хирургик һәм ауыр соматик патологиялар менән патогенетик, интенсив һәм респиратор терапия үткәрә. Йылына ике йөҙгә яҡын яңы тыуған сабыйҙы ҡабул итә. Практикала патологияның төрлө дәрәжәләге ауырлығы осрай, әммә күпселек осраҡта барыһы ла имен тамамлана һәм баланы өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ҡайһы бер ата-әсәләр оҙаҡ йылдар буйына Алексей Юрьевич менән бәйләнештә тора, үҫеп килгән баланың фотоларын ебәрә. Сифатлы һәм ваҡытында табип ярҙамы менән улар һау-сәләмәт.

Күптән түгел табипҡа Бөрйәндән ғаилә килә, улар ҡыҙын ете йыл элек уның ғүмерен ҡотҡарған кеше менән таныштырырға теләй. Был ҡатмарлы экстраординар осраҡ Алексейҙың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалған. Алексей Юрьевич кеүек табиптарға тырышлыҡтары һәм профессионализмы, еңел булмаған хеҙмәте, төн йоҡоһоҙ дежурлыҡтары һәм ашығыс саҡырыуҙары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм.

Һау-сәләмәт пациенттар күберәк булһын!

Автор:
Читайте нас: