Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Сентябрь , 17:14

Полиграфияла иң лайыҡлылар билдәләнде

Йәмғиәт ваҡытының күп өлөшөн Интернетта үткәреүҙе хуп күрһә лә, баҫма баҫмалар актуаллеген юғалтмай, киреһенсә, статистика мәғлүмәттәре буйынса, уларға ихтыяж арта ғына бара.

Полиграфияла иң лайыҡлылар билдәләнде
Полиграфияла иң лайыҡлылар билдәләнде

ПолиграфФестың тантаналы өлөшө ҡаланың музыка мәктәбендә дауам итте. Коллегаларына "Республика Башкортостан" Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев мөрәжәғәт итеп, полиграфия вәкилдәренең һөнәри йәһәттән үҫешкә, техник планда белем алырға ынтылышын, яңылыҡтарҙы йәһәт үҙләштереүен билдәләне. Баҫма баҙары бер урында тормай, һәм бөтә яңылыҡтар типография хеҙмәткәрҙәрен заманса ысынбарлыҡты иҫәпкә алып эшләргә этәрә. Рәсүл Сәфәрғәлиев һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һигеҙ мәғлүмәт үҙәгендә алты телдә 146 ваҡытлы матбуғат баҫмаһы сығарыла.
Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Зөбәйеров Андрей Иванютаның Сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе һәм быйылғы фестиваль хужалары - Белорет мәғлүмәт үҙәге типографияһына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм типография хеҙмәткәрҙәрен – Белорет мәғлүмәт йорто директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлинаны – район Советының, Людмила Пиндюринаны, Андрей Семичевты ҡала һәм район хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләне.
"Республика Башкортостан" Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев Иҙел башы етәкселегенә, Белорет мәғлүмәт йортона рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Нәшриәт-полиграфия эшмәкәрлеге өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн агентлыҡтың Маҡтау грамоталары менән “Башҡортостан” нәшриәте директоры Илдус Хәсәнов, Нефтекама матбуғат йортоноң производство бүлеге начальнигы Екатерина Якубаева, типография хеҙмәткәре Римма Таймырҙина, Бөрө мәғлүмәт йорто директоры Владимир Ермаков һәм Олег Якимов, Евгений Пономарев, Белорет матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре Евгения Борисова, Марина Зеркина, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт йортонан Илшат Хәмзин, Рәсимә Юлдашева, Бәләбәйҙән производство начальнигы Рәсимә Йосопова, Өфөнән Руслан Камалов, Сибайҙан Гүзәл Исмәғилева, Тимур Төйәков, Октябрьский типографияһынан Зәйтүнә Ғәлиуллина, Наталья Зибаева, Нефтекаманан Зәлиә Хәмәтйәнова, Неля Ғабдуллина бүләкләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: