Мәртәбәле сара һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) тыуған көнөнә бағышланды. Конкурста төрлө йәштәге ун биш бала ҡатнашты.
Быйыл февралдә ҡаланың "Аҡ мәсет"е янында "Нурүл ислам" Ҡөрьәнде өйрәнеү үҙәге булдырылғайны. Балаларға Аллаһтың Китабын еткерергә йыраҡ Чечен Республикаһынан хафиҙ Адамов Әбүбаҡар саҡырылды. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Әбүбаҡар остаз тиҫтәнән ашыу балаға Ҡөрьәнде дөрөҫ, тәджвидкә ярашлы матур итеп уҡырға өйрәтте. Шулай уҡ ул конкурстың ойоштороу-
сыһы ла. Әлбиттә, Белорет ҡалаһы һәм районы мөхтәсибәте лә ситтә тороп ҡалманы, был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Шәмбе иртәһе ҡала Мәҙәниәт һарайының тамашасылар залы конкурста ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, яҡындары, ҡала-район мосолмандары һәм Чечен Республикаһынан килгән хөрмәтле аҡһаҡалдар менән тулған ине. Ниһайәт, конкурс-
тың башланыуын иғлан итеп, "Аҡ мәсет"тең имам-хатибы Мөхәммәд Иҫәнбаевҡа һүҙ бирелде. Ул һәммәһен дә тәбрик ҡылып, балаларға фатихаһын, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының III класс уҡыусыһы Абдуллаһ Айытбаев матур итеп Ҡөрьән уҡыны.
Конкурсты алып барыусы исемләп һәр баланы сәхнә түренә саҡырып торҙо, ә уларҙың һәләтен Аллаһ Китабын яҡшы белгән өс жюри ағзаһы баһаланы. Конкурс ҡағиҙәһе буйынса һәр бала өҫтәл артына ултырып, Ҡөрьәндең утыҙынсы жүзенән жюри ағзаһы әйткән теге йәки был сүрәнең бер нисә аятын уҡып ишеттерергә тейеш ине. Мәҙәниәт һарайы залы, гүйә, илаһи тауышҡа сорналды! Балаларҙың матур итеп кенә түгел, ә дөрөҫ уҡыуҙары хайран ҡалдырҙы.
Һиҙҙермәй генә конкурстың ахыры ла яҡынлашты. Жюриға иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр, моғайын, сөнки һәр бала йәшенә күрә һәләтле ине. Еңеүселәр түбәндәгесә баһаланды: V урынға - Али Петиров, IV урынға - Сарьян Минһажев, III урынға - Йәсминә Эниева, II урынға Фәрит Шәмиғолов лайыҡ булды. Бөтә 15 конкурсант араһынан иң яҡшыһы тип Мирйән Минһажев билдәләнде.
Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр алып һөйөндө. Беренсе, икенсе урындарға велосипед һәм телевизор бирелһә, электр самокаты менән еңеүсе тәбрикләнде. Урын алғандарға аҡсалата бүләктәр бирелде. Иң мөһиме, бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр ҡатнашыусыға ыҡсым сумаҙан эсенә һалынған Ҡөрьән менән электрон ҡәләм һәм конкурста ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды. Әйткәндәй, шул электрон ҡәләм ярҙамында Ҡөрьәнде еңел генә уҡырға өйрәнергә мөмкин, ин шаа Аллаһ.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, конкурсты ойоштороу, бүләктәр алыу йәһәтенән урындағы чечен диаспораһы финанс ярҙам күрһәтте.
Конкурсты йомғаҡлау өсөн сәхнәгә Белорет ҡала һәм районы имам-мөхтәсибе Йәмил хәҙрәт Ғарипов, Чечен Республикаһынан килгән хөрмәтле аҡһаҡал Дашаев Бай-Али Яҡуб улы саҡырылды. Улар үҙ сығышында сараның әһәмиәтен билдәләп үттеләр. Белорет ҡала һәм районы мөхтәсибәте исеменән һәр ойоштороусыға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Белорет районы - күп милләтле, төрлө дин конфессиялары булған район. Район һәм ҡала мосолмандары дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе хөрмәт итә, төрлө изге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Мохтаждарҙы ашатыуҙан башлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү һәм үҫеп килгән йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүгә тиклем. Тап ошондай саралар кәрәкле һәм файҙалы. Ә Ҡөрьәнгә өйрәтеү - мәртәбәле, сауап-
лы эш. Был турала түбәндәге сәхих хәҙис бәйән итә: Ғоҫман ибн Ғаффан (уның менән Аллаһ риза булһын) һүҙҙәренән еткерелә, Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйткән: "Һеҙҙең иң яҡшығыҙ - Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм уны башҡаларға өйрәткән кеше" (Әл-Бохари, 5027).
Наил ШАКИРОВ.
Автор фотолары.