Фекер алышыуҙың темаһы – «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар». Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында сараның һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтеүҙә мөһим роль уйнауын билдәләне.
– «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы төбәк башланғысы булараҡ барлыҡҡа килде, ләкин уның темаһы шул тиклем актуаль, бөгөнгө сара Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында үтә мөһим федераль фекер алышыу майҙансығына әүерелде. Был залда «үҙенсәлекле» кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ итергә тырышҡан фекерҙәштәр йыйылған. Тап форум ваҡытында яңы идеялар тыуа. Әйтәйек, 2024 йылды беҙ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан иттек, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн иһә махсус хәрби операция шарттарында ҡаты яраланған яугирҙәргә ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы тулы ҡанлы тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү зарур. Шуға күрә киләһе йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы була.
Республика етәксеһе «үҙенсәлекле» кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа кире ҡайтырға мөмкинлек биргән комплекслы эш хаҡында һөйләне.
– Төрлө реабилитация изделиеларын эшләү тармағы беҙҙең ярҙамға мохтаж ине. Профилле предприятиеларға етештереү ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуҙы субсидиялау өсөн икенсе йыл инде республика бюджетынан аҡса бүленә. Был программа үҫешә. Етештереүселәрҙән беҙ сифатлы һәм заманса изделиелар көтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – «Үҙенсәлекле» балаларҙың ата-әсәләре менән һөйләшкәндән һуң Өфөлә «Салют» реабилитация комплексын төҙөү идеяһы тыуҙы, ул үҙ эшен башланы ла инде. Бөгөнгө фекер алышыуҙан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам сараларын үҫтереү йәһәтенән яңы тәҡдимдәр булыр тип уйлайбыҙ.