Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Декабрь , 18:04

Сираттағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен аса

Ҡаһарман ауылында йыл аҙағында яҡшы ваҡиға. Бында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелә.

Сираттағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен аса
Сираттағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен аса

Фельдшер-акушерлыҡ пукты быға тиклем ағас бинала урынлашҡан ине, унда һыу үткәргесе һәм канализация булмай, мейес менән йылытыла.

Яңы пункт иһә заманса йыһазландырылған, бында фельдшер кабинеты, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу урыны, санузел, персонал өсөн бүлмәләр урынлашҡан. Яңы ҡорамалдар һәм мебель килтерелгән, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу бара.

Медицина пункты Ҡаһарман ауылында йәшәүсе 344 кешене хеҙмәтләндерәсәк, уларҙың 74-е - балалар. Пунктты ҡырҡ йылдан ашыу Ҡаһарман медицина пунктында эшләгән фельдшер Фаина Ғәзизова етәкләй.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса төҙөлдө. Әле документтар әҙерләнә, пациенттар өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты йыл башында асыласаҡ.

Сығанаҡ - Андрей Иванюта.

Автор:
Читайте нас: