Социаль өлкә
24 Января 2025, 04:44

Рәсәйҙә студенттарға декрет пособиеларын арттырырға тәҡдим ителде

Рәсәйҙә студенттарға декрет пособиеһын ун һәм унан күберәк тапҡырға арттырырға тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы сығыш яһаны.

Рәсәйҙә студенттарға декрет пособиеларын арттырырға тәҡдим ителдеРәсәйҙә студенттарға декрет пособиеларын арттырырға тәҡдим ителде
Рәсәйҙә студенттарға декрет пособиеларын арттырырға тәҡдим ителде

Атап әйткәндә, пособиены төбәккә ҡарап 74,9 меңдән 235,4 мең һумға тиклем арттырырға һәм уны иҫәпләгәндә стипендияның күләмен түгел, ә МРОТ-ты иҫәпкә алырға тигән тәҡдим индерелде.

Закон проектын яҙғы сессияла Дәүләт Думаһына индерергә йыйыналар.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән закон проектына ярашлы, страховкалау стажында декерт ялының бөтә осорҙары иҫәпкә алына. Тейешле закон проекты йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылды.

Автор:
Читайте нас