Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Белорет хакимиәтенең тейешле мөрәжәғәте республиканың Дәүләт Йыйылышына ебәрелгән.
«Мин ҡала властарының башланғысын ҡуш ҡуллап хуплайым. Ысынлап та, Белорет ҡалаһы металлургтары Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең еңеүенә тос өлөш индерҙе. Бөгөнгә республиканың ике ҡалаһының — Өфөнөң һәм Ишембайҙың «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән исеме бар. Ошо йүнәлештәге эште дауам итергә тейешбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Белорет властарынан килгән мөрәжәғәтте яҡын арала ҡарарға йыйыналар.