Социаль өлкә
28 Января 2025, 07:35

Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары реестры булдырылды

Ә һеҙ Башҡортостанда рәсми халыҡ дауалаусылары барлығын белә инегеҙме?

Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары реестры булдырылдыБашҡортостанда халыҡ дауалаусылары реестры булдырылды
Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары реестры булдырылды

Улар бөтәһе ете! Уларҙың 3-әүһе Өфөлә, ҡалғандары Белоретта, Туймазыла, шулай уҡ Үрге Тәтешле һәм Аҡбирҙе ауылдарында эшләй. Уларҙың барыһы ла рәсми рәүештә теркәлгән. Республикала халыҡ дауалаусыларын 2018 йылда законлаштырғандар.

Халыҡ дауалаусылары ҡан алыу, үлән менән дауалау, этник психологик практикалар, быуын ултыртыу, акупунктура, ароматерапия, тибет пульслы терапияһы кеүек хеҙмәттәр күрһәтә.

Бындай статус алыу һәм эшләү өсөн табиптарға халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүгә рәсми рөхсәт алырға һәм ведомствоның махсус реестрында иҫәптә торорға кәрәк, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Рөхсәт 5 йылға бирелә, өс дауалаусының рөхсәте быйыл тамамлана.

Улар лицензияны документтар тултырғандан һәм имтихан тапшырғандан һуң алыу хоҡуғына эйә. Әгәр дауалаусының кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтергәнлеге тураһында мәғлүмәт булһа, рөхсәт алыуҙан мәхрүм итеү өсөн нигеҙ булып тора. Шулай уҡ суд ҡарары буйынса.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас