+13 °С
Облачно
Был ҙур сарала Рәсәй Федерацияһының 39 төбәгенән, Әрмәнстан һәм Ҡытай Халыҡ Республикаларынан 150 умартасы ҡатнашты. Белорет районы умартасыларынан Дмитрий Дубровский йүкә балы өсөн - алтын, ҡарабойҙай балы өсөн бронза миҙал яуланы. Шулай уҡ Тимур Ғәлийәнов йүкә балы өсөн алтын миҙалға лайыҡ булды. Владислав Белозёров клеверлы бал (монофлер) номинацияһында – бронза, Азамат Заһитуллин видеороликтар конкурсында көмөш миҙал яуланы.
Умартасыларыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ! Бал сифатын түбәнәйтмәй, һәр ваҡыт алға барығыҙ!