Социаль өлкә
20 Марта 2025, 09:46

Оло һыу бәләһе

Марттың ғәҙәттән тыш йылы, ямғырлы булыуы көслө ташҡындарға сәбәп булды. Республика буйлап юлдар, күперҙәр ябыла, ауылдар һыу аҫтында ҡала.Айырыуса Белорет һәм Ғафури райондарында ташҡынға бәйле мәсьәлә киҫкен тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оло һыу бәләһеОло һыу бәләһе
Оло һыу бәләһе

20 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Яңы Хәсән ауылының Үҙәк урамға ингән урыны һыу аҫтында ҡалған. Көслө ташҡын арҡаһында Инйәр - Ноҡат - Айыс юлында бөтә төр транспорт хәрәкәте туҡтатылған. Ошондай уҡ хәл Үрге Әүжән - Исмаҡай - Олойылға станцияһы - Ишле - Туҡан - Егәҙе автоюлында күҙәтелә. Бында ла бөтә төр транспорт өсөн юлдар ябыҡ.

Әүжән йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә, Үрге Әүжән ауылының алты йорт яны территорияһын һыу баҫҡан. Инйәр йылғаһы ярҙарынан сығыу сәбәпле Йөйәк - Ғәбдөк автоюлы участкаһы ла һыу аҫтында. Бында бары тик йөк транспортында ғына хәрәкәт итергә мөмкин.

Оло һыуға бәйле хәлде контролдә тотоу өсөн районда ташҡынға ҡаршы комиссия булдырылған. Аҙна башында район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Рим Хәзиев һәм Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге начальнигы Сергей Ляпин ике көн дауамында Ғәбдөк ауылында эшләне. Бында йылы һауа торошо һәм ямғырҙар арҡаһында тимер юлы үткән күпер тирәһендә тығын барлыҡҡа килде, ә тораҡ пункттар янында шартлатыу эштәре тыйылған. Шулай ҙа район хакимиәте был эште ауылдан 4,5 саҡрым түбәндәрәк уҙғарырға планлаштырғайны, бәхеткә күрә боҙ тыныс уҙҙы. Кискә табан иһә тығын юҡ ителде, һыу кимәле кәмене.

Белоретта Белинский һәм Дача урамдары киҫешкән урында Нура йылғаһының тынғыһыҙ участкаһы борсоуға һала. Бында ла тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған.

Автор:Нэркэс Сулейманова