Социаль өлкә
24 Марта 2025, 06:35

Андрей Иванюта дәүләт хеҙмәтенән китә

Андрей Иванюта Башҡортостандың дәүләт хеҙмәтенән бөтөнләйгә китә. Был хаҡта районыбыҙҙың элекке хакимиәт башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙҙы.

Андрей Иванюта дәүләт хеҙмәтенән китәАндрей Иванюта дәүләт хеҙмәтенән китә
Андрей Иванюта дәүләт хеҙмәтенән китә

«Дуҫтар, минең тормошомда яңы осор башлана.

Утыҙ биш йыл ғүмеремде дәүләт хеҙмәтенә бағышланым һәм хәҙер яратҡан эшем – туризм менән шөғөлләнергә булдым.

Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, туризм һәр ваҡыт яратҡан шөғөлөм булып ҡалды. Хатта әлеге ваҡытта йәшәгән Белорет районына һөйөүем дә күп йылдар элек тап тауҙарға походҡа йөрөүҙән, йылға буйлап ағып төшөүҙән, урындағы туристар һәм спортсылар менән аралашыуҙан башланды.

2008-2011 йылдарҙа туризм, альпинизм менән генә шөғөлләндем, маршруттар төҙөнөм, турҙар ойошторҙом һәм Көньяҡ Урал, Алтай, Кавказ, Тянь-Шань, Памир тауҙарына походтарға йөрөттөм. Элекке походтарым тураһында социаль селтәрҙә мотлаҡ яҙырмын.

Бына хәҙер ҙә спорт саралары һәм туристик слеттар, Рәсәй, Көньяҡ Урал, Белорет районы буйлап походтар ойошторорға теләйем», — тип яҙа ул «Бәйләнештә».

Автор:
Читайте нас