Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләгән 2411 пациент иҫәпләнгән, шуларҙың 1251-ендә йоғошло ауырыу тәүге тапҡыр асыҡланған.
Һуңғы өс йылда сирлеләр 1000 кешегә кәмегән. Шул уҡ осорҙа табиптар туберкулездан үлем осраҡтарын 13,4% кәметеүгә өлгәшкән.
Республикала туберкулёз проблемалары менән Республика клиник фтизиопульмонология үҙәге шөғөлләнә, уның составында йәмғеһе 10 филиал бар. Үҙәктә заманса фәнни технологиялар һәм инновацион ысулдар ҡулланыла, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.