Социаль өлкә
16 Апреля 2025, 05:53

Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципаль хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылдыМуниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды
Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципаль хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана барышында республика етәксеһе уларҙың намыҫлы хеҙмәте ҡалалар һәм райондар халҡы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне.

«Һеҙ көн һайын муниципалитеттар тормошон ойоштораһығыҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирәһегеҙ, уларҙың файҙалы башланғыстарын хуплайһығыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ профессионализм, киң компетенциялар ғына түгел, ә кешеләргә иғтибар, юғары яуаплылыҡ талап итә.

Белеүегеҙсә, быйыл март айында ҡабул ителгән урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында федераль закон төбәктәргә муниципаль властың структураһын үҙ аллы билдәләү хоҡуғын бирә. Республикабыҙҙа ауыл һәм ҡала биләмәләре менән ике кимәлле муниципаль идара итеү системаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Шуға күрә беҙ ғәмәлдәге системаны һаҡлап ҡалырға, иң яҡшы традицияларҙы дауам итергә булдыҡ. Киләсәктә лә дөйөм тырышлыҡ менән муниципаль хеҙмәттәрҙең асыҡлығын тәьмин итербеҙ, тораҡ пункттарҙың инфраструктураһын нығытырбыҙ, ижтимағи һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡларбыҙ тип ышанам», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тап муниципаль хеҙмәткәрҙәр стратегияларҙы һәм программаларҙы реаль эштәргә әүерелдерә – таҙалыҡты һәм тәртипте һаҡлай, урамдарҙы һәм ихаталарҙы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндерә, граждандар һәм власть органдары араһында тығыҙ бәйләнеш булдыра.

Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән эшен баһаланы. Бүләкләнеүселәр араһында район хакимиәтенең муниципаль һатып алыуҙар секторы мөдире Ольга ОЗОРНИНА ла бар. Ольга Панаётовна республика Башлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. 

Республика Башлығы муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, именлек, мөһим пландарҙы һәм башланғыстарҙы бойомға ашырыуҙарын, ә барлыҡ муниципалитеттарға уңыштар теләне.  

Фото: https://glavarb.ru

Автор:
Читайте нас