

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бөрө, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Туймазы, Өфө, Хәйбулла райондарынан һәм Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар. Иҙел башынан Гөлназ Астанғәлина, Ғәлимә Гоибова, Гөлнара Дурсунова, Татьяна Косарева, Людмила Мөхәмәтйәрова, Светлана Рәхимова, Гөлназ Сәғәҙәтова, Алеся Сибәғәтуллиналар "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды.
«Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда 1998 йылда булдырылды. Был награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.