

“ММК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Шиляев:
- Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү уңышлы хеҙмәттәшлеккә яңы импульс бирәсәгенә ышанам. Берлектәге тырышлығыбыҙ менән туризм өлкәһендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Улар Магнитогорск халҡына ла, Башҡортостан Республикаһы халҡына һәм ҡунаҡтарына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Рөстәм Моратов:
- Башҡортостандың уникаль тәбиғәте туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтереү өсөн ҙур потенциал булдыра. Металллургия комбинаты төркөмө Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондарында туристик индустрияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, унда туристик объекттар эшләй. Берлектәге проекттар республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын артабан үҫтереү буйынса ҙур стратегияның бер өлөшө булып тора.