Социаль өлкә
15 Августа 2025, 06:57

Мәктәптәрҙә һәм театрҙарҙа энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәр (шул иҫәптән энергетик) һатыуҙы тыйыу тураһында» законға үҙгәрештәр көсөнә инә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәрҙә һәм театрҙарҙа энергетиктар һатыу тыйылаМәктәптәрҙә һәм театрҙарҙа энергетиктар һатыу тыйыла
Мәктәптәрҙә һәм театрҙарҙа энергетиктар һатыу тыйыла

Республикала балаларға алкоголһеҙ энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ғәмәлдә.1 сентябрҙә ошондай эсемлектәрҙе һатыу урындарын сикләү тураһында республика законы көсөнә инергә тейеш: мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа, театрҙарҙа, физкультура һәм спорт учреждениеларында уларҙы һатырға ярамай.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ике закон да махсус рәүештә стимулятор өҫтәлгән эсемлектәргә генә ҡағыла. Тонусты күтәреү компоненттары итеп кофеин һәм гуарана, женьшень, лимонник кеүек үҫемлектәрҙең экстракты ҡулланыла.

Тәбиғи эсемлектәргә (ҡымыҫ һәм кеүәҫ) килгәндә, улар алкоголһеҙ энергетиктарға ҡарамай, ирекле һатыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙә Башҡортостан магазиндарында хәмер һатыу тыйыла.

Автор: