Социаль өлкә
3 Декабря 2025, 10:36

Башҡортостан Башлығы Ташкентҡа сәфәренең төп маҡсаттары хаҡында һөйләне

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Ташкентта эш башлауы хаҡында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Ташкентҡа сәфәренең төп маҡсаттары хаҡында һөйләнеБашҡортостан Башлығы Ташкентҡа сәфәренең төп маҡсаттары хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы Ташкентҡа сәфәренең төп маҡсаттары хаҡында һөйләне

Һәр ваҡыттағыса ул халыҡ-ара сәфәренең бай эшлекле программаһы менән таныштырҙы.

«Беҙ аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә, уртаҡ проекттар тураһында фекер алышырға килдек. Төп технопарктарҙың береһе – Ташкент өлкәһендә берлектәге «Бекабад» технопаркын төҙөү. Беҙҙә бер нисә потенциаль резидент бар», — тип уртаҡлашты Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Үзбәкстан Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе булып ҡала.

«Ил төбәктәре менән әүҙем мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе, сәнәғәт кооперацияһын үҫтерәбеҙ. Ауыл хужалығы, фән, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ», — тип һөйләне республика етәксеһе.

Автор: